Яңы йыл байрамдары осоронда янғын хәүефһеҙлеге тураһында оноторға ярамай. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләр хаҡында иҫкә төшөрә.
Шыршы:
- шыршыны шәмдәр, мамыҡ, ҡағыҙ уйынсыҡтар менән биҙәргә ярамай;
- уны батареяларҙан ситкә ҡуйырға кәрәк һәм ул бүлмә буйлап иркен йөрөргә ҡамасауламаҫҡа тейеш.
Гирляндалар:
- бар өлөштәренең дә дөрөҫ эшләгәненә инанығыҙ;
- әгәр осҡон күрһәгеҙ, янған еҫ йәки сымдарҙың йылыныуын йә иреүен һиҙһәгеҙ, биҙәүесте ҡулланмағыҙ!
Пиротехника:
- фейерверктарҙы һәм петардаларҙы махсус магазиндарҙа ғына һатып алығыҙ;
- петардаларҙы торлаҡ биналарҙа, түбәһе ҡапланған һәм ағас төбөндә ҡулланмағыҙ;
- уларҙы кеҫәгеҙҙә йөрөтмәгеҙ;
- петардаларҙы кешеләргә йүнәлтергә һәм уларҙы аяҡ аҫтына ташларға ярамай;
- янған пиротехникаға 15 метрҙан да яҡыныраҡ килмәгеҙ;
- фитилде битегеҙгә яҡын тотоп яндырмағыҙ, көслө ел ваҡытында пиротехниканы ҡулланмағыҙ.
❗Янғын сыҡҡан осраҡта 112 һандары буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.