ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Ғинуар , 07:16

УЙЫНДАН УЙМАҠ СЫҠМАҺЫН!

Байрамдар осоронда петарда, "хлопушка" ҡулланыу сәбәпле, янғындар ғына түгел, йәрәхәтләнеү осраҡтары ла йышая. 

Пиротехник изделиеларҙың 5 класс төрө бар. 1-се, 2-се, 3-сө төр изделиеларҙы ирекле һатырға рөхсәт ителһә, 4-се һәм 5-се төрҙәр һөнәри пиротехникаға ҡарай һәм уларҙы махсус лицензия менән генә алырға ярай.  

Байрамдар фажиғәғә килтермәһен өсөн пиротехника менән ҡулланыуҙың төп  ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк:

  • - торлаҡ йорттарға һәм тиҙ генә янып китә торған предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атырға;
  • - пиротехниканы кеҫәлә йөрөтөргә;
  • - фитилде тоҡандырғанда биткә яҡын килтерергә һәм янып торған фейервекка яҡын килергә;
  • - көслө ел булғанда уны тоҡандырырға;
  • - ракета һәм фейерверктарҙы кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырырға;
  • - петардаларҙы аяҡ аҫтына бәрергә;
  • - пиротехниканы тоҡандырғанда тәмәке тартырға ҡәтғи рәүештә ярамай.  

Пиротехника менән ҡулланыр алдынан уның инструкцияһын иғтибар менән уҡығыҙ, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Яңы йыл ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә онотмағыҙ:

  • - өйҙә бенгаль уттарын һәм шартлаусы хлопушкаларҙы ҡулланмағыҙ;
  • - электр гирляндалары заводта етештерелгән һәм төҙөк булырға тейеш, ә электр селтәрен заводта етештерелгән һаҡлағыс (предохранитель) менән йыһазландырығыҙ;
  • - шыршыға шәм ҡуймағыҙ һәм уны еңел янып китә торған материалдарҙан эшләнгән уйынсыҡтар менән биҙәмәгеҙ;
  • - балаларға пиротехника менән уйнарға һәм гирляндаларҙы тоҡандырырға, марля һәм мамыҡтан тегелгән костюмдарҙа шыршы эргәһендә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ;
  • - өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын һүндерергә онотмағыҙ.  

Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм йортоғоҙҙо янғындан һаҡлар!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас