БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, 24 – 26 декабрҙә көндәр ныҡ һыуыта: уртаса һауа температураһы йылдағы норманан 9 -14 градусҡа түбәнерәк була.
Төндә -26...-31 градус, аяҙайтҡанда -36, көндөҙ -20...-25 градус, урыны менән -30 градусҡаса етә. Ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы 26 декабрҙә күтәрелә башлай.
Юлға сыҡҡанда һыуыҡҡа әҙерлекле булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Г. Мозафарова фотоһы.