ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
19 Декабрь 2025, 11:50

Республиканың хәрби комиссариаты сираттағы ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡты

    

Республиканың хәрби комиссариаты сираттағы ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтыРеспубликаның хәрби комиссариаты сираттағы ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡты
Республиканың хәрби комиссариаты сираттағы ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡты

Башҡортостанда бер нисә предприятие директоры республика хәрби комиссарының запаста булған граждандарҙың исемлеген бирергә тигән күрһәтмәһе булған хат алған. Был хат ялған, тип хәбәр итте Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич.

«Беҙ запаста булған граждандарҙың исемлеген йыймайбыҙ», — тип билдәләне Михаил Блажевич.

Башҡортостандың хәрби комиссариатында билдәләүҙәренсә, хатта булмаған һан тора. Бындай номер менән бер ниндәй ҙә хат ебәрелмәне, тип белдерҙеләр республиканың хәрби ведомствоһында.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың хәрби комиссариаты ир-егеттәрҙең Рәсәйҙән сығыуын тыйыу тураһында фейкты кире ҡаҡҡайны

Фото: Башҡортостан хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас