ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
18 Декабрь 2025, 04:01

Боҙло ямғыр яуасаҡ

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: юлда һаҡ булығыҙ. 

Боҙло ямғыр яуасаҡБоҙло ямғыр яуасаҡ
Боҙло ямғыр яуасаҡ

Башҡортостанда ашығыс рәүештә насар һауа торошо хаҡында иҫкәрттеләр. Мәғлүмәтте ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында бирҙеләр.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 18 декабрҙә, төбәк биләмәһендә аяҙлы-болотло буласаҡ, бер аҙ ҡар яуасаҡ, урыны менән боҙлауыҡ һәм боҙло ямғыр көтөлә.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан фаразлана, көндөҙ урыны менән секундына 14 метр тиҙлектә иҫеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә -10,-15 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда -16,-21 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ термометр бағанаһы -3,-8 градус күрһәтәсәк. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртән томан төшөүе ихтимал, күреү мөмкинлеге 1-2 километр.

Фото: "Башинформ". 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас