ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
17 Декабрь 2025, 15:53

Бер юлы дүрт кеше һәләк булған

Ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһе Күгәрсен районында теркәлгән.

Бер юлы дүрт кеше һәләк булғанБер юлы дүрт кеше һәләк булған
Бер юлы дүрт кеше һәләк булған

Күгәрсен районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре дүрт кешенең ғүмерен өҙгән һәм икәүһе зыян күргән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙгө сәғәт 5-тәр тирәһендә Магнитогорск - Ира автомобиль юлының 310-сы саҡрымында 38 йәшлек ир "Лада Веста" автомобиле менән ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, ҡаршыға килгән «Лада Гранта» менән бәрелешә.

Юл-транспорт ваҡиғаһында «Гранта» водителе һәм уның ике пассажиры, шулай уҡ «Веста»ның 50 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе ваҡиға урынында йән биргән.
Юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлау буйынса полиция хеҙмәткәрҙәренең эшен көйләү өсөн Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЭКЦ эксперт-автотехникаһы ебәрелгән.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!

Фото: телеграм

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас