«Башинформ» редакцияһына ебәрелгән видеояҙмала урман эргәһендә торған йорт янында бүреләрҙең эҙҙәре асыҡ күренә. Хужа әйтеүенсә, йыртҡыстар бер нисәү булған, уларҙың аттарға ла һөжүм итеүе ихтимал.
«Иртәнге сәғәт 9-10дар тирәһендә сыҡҡайным. Бесән һалып йөрөйөм, бына аттар тора, бесән эргәһенә килһәм, эттең башы ғына ятып ҡалған. Бүреләр ашаған тегене. Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде, йыртҡыстар аттарға күсеп алһалар», — тип борсола видео авторы.