ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
3 Декабрь 2025, 12:30

Гаджеттарға “Ата-әсә контроллеге” ҡушымтаһын ҡуйыу кәрәкме?

 Үҫмерҙәр  үҙҙәрен: “ Мин үҫтем, мин көслө!”- тип һанайҙар. Ысын ярҙамға мохтаж булған оло кеше, ғаиләнең дуҫтары, таныштары баланан интернет аша  бер ҡасан да аҡсалата ярҙам һорап ултырмаясаҡ. 

Гаджеттарға “Ата-әсә контроллеге” ҡушымтаһын ҡуйыу кәрәкме?

Балаларҙың күбеһе быға кире ҡарашта. Әммә уға бала саҡтан бының ни өсөн эшләнгәнен, әһәмиәтлелеген ябай ғына итеп аңлатырға мөмкин: “Һинең “машинаң”-гаджетың бар. Ана шул машинаға –“хәүефһеҙлек мендәре” кәрәк. Сикләүҙәр шул “хәүефһеҙлек мендәре”  ролен уйнағанын аңлап, үҙен шул донъяла гиҙгән “шәп  йөрөтөүсе” булған сағындағы һаҡлыҡ сараһы тип ҡабул итһен.  Был  ҡушымта балаға  интернетта ултырыу ваҡытын  ҡуя, кәрәкмәгән сайттарға инеү мөмкинлеген сикләй.  Ниндәй ҡушылмалар гаджетҡа индерелгәнен күҙәтә, социаль селтәрҙәге әүҙемлеген ҡарай ала. Интернет, гаджеттар менән ҡулланыуҙың  ҡәтғи ҡағиҙәләрен кескәй саҡтан уҡ  ҡуйып үҫтерегеҙ. Эйе, бала  интернетҡа   инә ала. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белһен һәм ни өсөн тыйыуҙар бар икәнлеген аңлаһын. Был ҡағиҙәне интернетҡа сикләү тип түгел, ә был хәүефһеҙлек сараһы . Интернет-таныштарға үҙең  тураһында мәғлүмәт бирмәҫкә,  шикле контенттар, смс тар тураһында ололарға хәбәр итергә , интернет селтәрендә мәҙәниәтле, матур аралашырға кәрәклеген онотмаҫҡа тигән яҙылмаған ҡағиҙәләрҙе ғаиләлә  булдырырға мөмкин.

Һаҡ бул, мошенник!

Мошенниктар интернет селтәренә “Мин – мошенник!”  тигән иғлан  менән сыҡмай.  Икенсе исем аҫтында ултырып һинең башынды бутап, аңыңды томалап, һинең ышанысыңа инеп күп төҙәтеп булмаҫлыҡ хаталар  эшләтеүе мөмкин  икәнен белһен. Күптәре үҫмерҙәргә мөрәжәғәт итә. Ни өсөнмө? Сөнки үҫмерҙәр  үҙҙәрен: “ Мин үҫтем, мин көслө!”- тип һанайҙар. Ысын ярҙамға мохтаж булған оло кеше, ғаиләнең дуҫтары, таныштары    баланан интернет аша  бер ҡасан да аҡсалата ярҙам һорап ултырмаясаҡ.   Бала интернет аша кемгәлер фотоһын, үҙенең адресын, башҡа мәғлүмәттәрен ебәрергә ярамай икәнен белеп үҫһен.  Интернет аша танышып та  артабан ысын тормошта осрашырға тәҡдим яһаған кеше тураһында  яҡындарыҙға хәбәр итегеҙ. Әгәр ҙә интернет аша һөйләшкән кешенән - “Был беҙҙең сер, башҡаларға әйтмә!” тигәнерәк һүҙҙәр сыға башлаһа, тимәк ул шикле кеше тигән аңлатманы  олоһо ла кесеһе лә хәтеренә һалып ҡуйһын.

 

Шәхси мәғлүмәт-ҡиммәтлеме?

 Интернет селтәренә ҡуйылған ябай ғына мәғлүмәт мошенниктарға күп мәғлүмәт бирә ала. Фотолағы геолакация билдәһе ҡайҙа йәшәгәнегеҙҙе күрһәтә.  Социаль селтәрҙең паролдәре ышаныслы булһын. Профилдәрҙә “шәхсилек” (приватность) тигән функцияһын  кәрәгенсә көйләп ҡуйып була. Интернет , төрлө гаджет мөмкинселектәренең  яҡшы яҡтары бик күп –тик дөрөҫ ҡуллана белергә генә кәрәк.

Зимфира Ҡасҡынова

Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас