

Красногорскиҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Туғыҙ йәшлек Глеб сираттағы күнекмәнән ҡайтып килгәндә, юлда 10 һумлыҡ төрөлгән аҡсаға юлыға. Уны эйелеп алыуы була, шартлау яңғырай. Баланың бармаҡтары өҙөлә. Уны ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар.
Малайҙың һаулығы өсөн Рошаль исемендәге Балалар клиник үҙәге табиптары көрәшә.
Ата - әсәләргә кәңәш: балаларығыҙға юлда табылған әйберҙәрҙе, телефон, аҡса, тәңкә, хатта йомшаҡ уйынсыҡты - береһен дә алырға, теймәҫкә өйрәтегеҙ! Бындай кескәй тоҙаҡ миналарҙың аҙағы бик фажиғәле тамамланыуы ихтимал.
Фото: телеграм
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!