

Бөгөн кискә ҡарай Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектында ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Видеояҙманан күренеүенсә, юғары тиҙлектә килгән "Хонда" автомобиле 4-се мәктәп яғына "елдерә" һәм "Магнит"ҡа һулға боролған "Поло"ны бәрҙерә. Ул үҙ сиратында артынан килгән "Тойота"ға бәрелә. Һөҙөмтәлә бер ниндәй ғәйепһеҙ пассажирҙар ауыр тән яралары ала. Һәләк булыусының да ихтималлығын әйтәләр, әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото һәм видео: телеграмдан