

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс ҡатын һәләк булды. Уларҙың ғаиләләре тулы иғтибар һәм компенсация алырға тейеш. Зыян күргәндәрҙе дауаларға, аяҡҡа баҫтырырға, кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Әлбиттә, предприятие артабан эшләргә тейеш. Бәлә килеп сыҡты, тимәк, яңынан төҙөһөндәр, – тине Башҡортостан Башлығы.
Шулай уҡ Радий Хәбиров ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ҡала һәм ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
– Шартлауҙан һуң кешеләрҙең емереклектәр аҫтында ҡалыуын барыһы ла аңлай. Һуңғы кәүҙәне сығарғансы, эш туҡтамаясаҡ, тигән дөрөҫ ҡарар ҡабул ителде. Ҡотҡарыусылар төн буйы эшләне. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт, – тине ул.
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, йәрәхәттәр алған биш кеше Өфөлә дауаханала. Дүртәүһенең хәле уртаса ауырлыҡта, береһе – ауыр хәлдә.
Фото: скрин-шот, "Башинформ".