

«Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр инде, тик йөрөгәндә ошондай хәлгә ҡалырмын тип бер ҙә уйламағайным. Газ плитәһенә аш ултырттым да, хәҙер генә әйләнеп инермен тип, тышҡа сыҡтым. Ишек алдында эш бөтәме ни: ҡош-ҡортто ҡараным, баҡса эштәре менән булышып, онотолоп киткәнмен. Был хәл 1 сентябрь көнө булды. Уҡыусыларҙың байрамына барайым, һуғышта һәләк булған ейәнем Роберттың таҡтаташына сәскәләр һалайым әле тип өйгә индем. Ингәс был ни хәл икән тип иң башта аңғармай ҡалдым – өй эсе ҡап-ҡара төтөн ҡаплап алған, тын алып булмаҫлыҡ насар еҫ таралған. Иҫемә төшөп, плитәнән кәстрүлде алып, раковинаға ташланым да, яман еҫтән иҫемде юя яҙып, көс-хәл менән тышҡа сығып өлгөрҙөм. Аңыма бер аҙ килгәс, ишекте, тыштан форточкаларҙы астым. Ярай әле телефоным янымда булған, хәлемде аңлатып, туғандарыма шылтыраттым. Донъяла мәрхәмәтле, хәстәрлекле, изге күңелле кешеләр күп. Минең бәләмә битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙған Атингән ауылынан Ишбирҙе Азаматов, Гөлнаһар Сабитова, Миңсара һеңлем, ауылдаштарым Асия Асаинова, Рәйлә Назарова, Әсимә Мөхәмәтова, Әҙилә Рәхмәтуллинаға, «Алтын быуын» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәре Гөлйемеш Дәүләтбаеваға сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм. Ҡап-ҡара һөрөмдән тулыһынса өйөмдө йыуып, таҙалап, яңы обойҙар йәбештерҙеләр, ҡаралтыларҙы йыуҙылар, түбәләрҙе буяп бирҙеләр. Балаларым килә алмаһалар ҙа, аҡсалата ярҙам иттеләр. Барыһына ла иң мөһиме һаулыҡ теләйем, бәлә-ҡазалар беребеҙгә лә ҡағылмаһын, донъялар тынысланып китһен», – тип күҙ йәштәре аша йылы һүҙҙәрен еткерҙе Фәхерниса Килдейәр ҡыҙы.
Атингән ауылы ветерандар советы етәксеһе Ишбирҙе Азаматов ҡатыны Гөлнаһар менән ихлас күңелдән ярҙамға ҡушылған.
«Ғаилә дуҫыбыҙ Миңсара Иҫәнбаева Фәхерниса апаһының бәләгә тарыуын һөйләп, Аҡъярға алып барыуын үтенде. Ҡатыным Гөлнаһар менән кәңәшләштек тә, беҙ ҙә барып хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә булдыҡ. Түбәләрҙе, стеналарҙы ҡара һөрөмдән таҙарттыҡ, буяныҡ. Бәлә килгәндә бер-береңә ярҙам итеү – изге ғәмәл», – ти Ишбирҙе Ишкилде улы.
Фәхерниса Килдейәр ҡыҙының өй түрендә урын алған фотокарточканан сая ҡарашлы, ғорур егет ҡарай, өләсәһенең уң ҡулы, терәге, таянысы булырға тейеш ине лә һуң... Ҡыҙғанысҡа күрә, ейәне Роберт Зәкиров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Герой Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән.
Фәхерниса Юлдашбаева мөмкинлектән файҙаланып, ауыр минуттарҙа ярҙам ҡулы һуҙған, хәстәрлек күрһәткән район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы Аллағоловаға, ирекмәндәргә, И.Тасимов исемендәге тау колледжы студенттарына, мәктәп уҡыусыларына ла оло рәхмәтен белдерҙе. Эйе, изгелек ерҙә ятып ҡалмай – ул һәр хәйерле эш-ғәмәл, кемгәлер хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеү халҡыбыҙҙың иң күркәм сифаттарҙың береһе.