ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
26 Май 2025, 15:00

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе көслө магнит дауылы тураһында иҫкәртәләр

   

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе көслө магнит дауылы тураһында иҫкәртәләрБашҡортостанда йәшәүселәрҙе көслө магнит дауылы тураһында иҫкәртәләр
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе көслө магнит дауылы тураһында иҫкәртәләр

Ерҙә көслө магнит дауыл көтөлә, тип иҫкәртә Федоров исемендәге Ғәмәли геофизика институты ғалимдары. Яңы эш аҙнаһы башында планета халҡы магнит дауылдарын тойорға мөмкин.

Йыһан дауылы йоғонтоһо дүшәмбе, 26 майҙа, кис көнө үк һиҙелә, ә иң юғары нөктәһе аҙна уртаһына тура килә.

Метеоһигҙер кешеләр был осорҙо ауырыраҡ үткәрә. Шуға шуға күрә «хәүефле» көндәр тураһында алданыраҡ белеү һәм уларға әҙерләнеү яҡшыраҡ: туйғансы йоҡларға, файҙалы ризыҡтар ашарға, ҡәһүә йәки сәй урынына күберәк таҙа һыу эсергә кәрәк. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас