ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
9 Апреля 2025, 04:12

Ут менән эш иткәндә уяу булығыҙ!

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро үләнде, һөрөнтө ерҙәрҙе, ураҡ ҡалдыҡтарын яндырыу тыйыла!

Ут менән эш иткәндә уяу булығыҙ!Ут менән эш иткәндә уяу булығыҙ!
Ут менән эш иткәндә уяу булығыҙ!

Хөрмәтле ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре!
«Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе иҫкәртә: «Ут менән эш иткәндә уяу булығыҙ!»
Яҙғы-йәйге янғын хәүефе осороноң башланыуы йыш ҡына ҡоро үҫемлектәрҙе яндырыу менән бәйле янғындарҙың ҡырҡа артыуы менән билдәләнә.

2024 йылда «Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы белгестәре ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 4660 гектар файҙаланылмаған, ҡый үләндәре, ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫемлектәре менән тулған ерҙәрҙе асыҡлаған.
Ҡый үләне һәм ағас-ҡыуаҡ үҫемлектәре ауыл хужалығына ҙур зыян килтерә, ҡый үләндәренең күп һанлы орлоҡтар сығанағы, ауыл хужалығы культураларының ҡоротҡостары һәм ауырыуҙары таралыу усағы ғына түгел, ә уларҙы бөтөрөү өсөн ҙур финанс инвестициялары талап иткән ҡоро үләндең яҙғы палы барлыҡҡа килеү сәбәбе лә булып тора.
Автомобиль юлдары буйлап, болондарҙа, урман ситтәрендә ҡоро үлән яндырыла. Баҫыуҙарҙа ураҡ ҡалдыҡтары яндырыла, усаҡтар яғыла һәм сүп-сар яндырыла, граждандарҙың йорттары эргәһендәге территорияларҙа ла, төрлө милек формаһындағы объекттарҙа ла. Ут үртәү хужалыҡтар өсөн дә, шәхси йорт яны участкалары хужалары өсөн дә ғәҙәти күренешкә әйләнә.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро үләнде, һөрөнтө ерҙәрҙе, ураҡ ҡалдыҡтарын яндырыу тыйыла!

Ут менән эш иткәндә уяу булығыҙ!
Ут менән эш иткәндә уяу булығыҙ!
Ут менән эш иткәндә уяу булығыҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас