ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
8 Март 2025, 11:32

Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Хәйбулла районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙе 8 Март байрамы менән ҡотланы. Инспекторҙар гүзәл заттарға сәскәләр тапшырҙы, бәхет, һаулыҡ һәм хәүефһеҙ юл теләне.

Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!
Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттәгесә «Автоледи өсөн сәскәләр» акцияһын үткәрҙе.

Акция сиктәрендә инспекторҙар ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙе яҙҙың наҙлы байрамы менән ҡотланы, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға бәхет, һаулыҡ һәм хәүефһеҙ юлдар теләне.
Гүзәл зат вәкилдәре бик шатлана һәм аптырашта ҡала, сөнки ЮХХДИ инспекторҙары документтар күрһәтеүҙе һорамай, ә уның урынына ҡотлайҙар һәм сәскәләр бүләк итәләр. Ҡотлауҙарҙан тыш инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!
Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!
Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!
Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!
Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!
Иң матур гөлләмәләр һеҙгә!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас