ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
23 Февраль 2025, 12:42

Банк карталары менән бәйле яңы мутлашыу ысулы тураһында хәбәр иттеләр

  

Банк карталары менән бәйле яңы мутлашыу ысулы тураһында хәбәр иттеләрБанк карталары менән бәйле яңы мутлашыу ысулы тураһында хәбәр иттеләр
Банк карталары менән бәйле яңы мутлашыу ысулы тураһында хәбәр иттеләр

ТАСС яңы мутлашыусылар схемаһы тураһында хәбәр итә. Енәйәтселәр  Visa һәм Mastercard карталары яңынан эшләй башланы тип ялған СМС-хәбәрҙәр ебәрә башлағандар. Шул ваҡытта уларҙың хужаларына валидация үтергә һәм һылтанма буйынса күсергә кәрәк, тип әйтелә.

Мутлашыусылар ебәргән һылтанма «банк»тың теркәлеү мәғлүмәттәрен индереү талап ителгән ялған сайтҡа алып бара. Бынан тыш, компьютер вирусын алыу хәүефе бар. Роскачество эксперттары, әлегә Рәсәйҙә Visa һәм Mastercard эшенең тергеҙелеүе тураһында рәсми мәғлүмәт юҡ, ә банктар ҡулланыусыларға бындай мәғлүмәтте ебәрмәй, тип иҫкәртә.

 

Фото:архив ИА "Башинформ"

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас