Башҡортостанда юл киҫелештәрендә 56 яңы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексын ҡуйыу планлаштырыла. Улар биш йылға ҡуртымға бирелә. Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, системаны 2025 йылдың 1 июненән сафҡа индереү күҙаллана, әле тәүге һынау комплексы Зәки Вәлиди һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә эшләй.
Комплекстар «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә ҡуйыла.