Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 20 ғинуарҙа республикала урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0,-5 градус.
Шулай уҡ Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе водителдәрҙе һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртте.
«Водителдәрҙе юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырам. Шәхси транспортты ҡулланыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Тораҡ пункттарҙан ситтә йөрөүҙе лә уңайлыраҡ осорға күсереү яҡшыраҡ. Әгәр сығырға кәрәк булһа, автомобилдең тулыһынса техник төҙөклөгөнә инанырға һәм юлда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, шулай уҡ шәхси хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғи үтәргә кәрәк. Бындай һауа торошонда балаларҙы салонда йөрөтөүҙә хәүефһеҙлек сараларын айырыуса иҫтә тоторға кәрәк — бәләкәй йәштәге сабыйҙар балалар өсөн креслоларҙа ултырырға тейеш», — Тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Севастьянов.