Ҡышын һауа тултырылған саналарҙа йәки тюбингтарҙа шыуыу күптәр өсөн ваҡыт үткәреүҙең яратҡан ысулына әйләнде.
Тын тултырылған саналарҙың конструкцияһы ярайһы уҡ ябай. Махсус ҡатлам эсенә автомобиль камераһы ҡуйылған. Ә был ҡатлам бик шәп шыуыу үҙенсәлегенә эйә, үҙе бик ныҡ. Әлеге саналар эсендәге камера тау битләүенең ҡытыршылыҡтарын амортизациялай һәм шыуып төшөүҙе уңайлыраҡ итә.
Тик, үкенескә күрә, тюбингта шыуыу – имгәнеү йәһәтенән иң ҡурҡыныслы ял итеү төрҙәренең береһе. Ғәҙәти саналарҙан айырмалы, улар тиҙлектәрен ныҡ арттырырға һәм төшкән ваҡытта хатта үҙенең күсәре тирәләй өйөрөлә башларға һәләтле. Шуның менән бергә улар менән бөтөнләй идара итеп булмай, туҡтатыу ҡоролмаһы менән дә йыһазландырылмаған. Шуға күрә тюбингтар менән бары тик махсус әҙерләнгән трассаларҙа ғына шыуырға мөмкин. Шулай булғас, тынлы саналарҙа шыуған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында оно-торға ярамай.