Янғын осрағында уҡыусы өсөн 10 ҡағиҙә
1. Өлкәндәргә хәбәр итеү, 101 номерына шылтыратыу һәм адресыңды әйтеү.
2. Әгәр ата-әсә өйҙә юҡ икән, ә эргәлә бәләкәй балалар булһа, уларҙы бинанан сығарырға.
3. Янғын сыҡҡан бүлмәнән сығып, ишекте ябырға.
4. Әгәр бүлмәләрҙе төтөн ялмап алһа, ишеккә табан шыуышып барырға.
5. Һыулы туҡыма аша тын алырға.
6. Ҡысҡырыуҙарға яуап биреп, үҙеңде ҡотҡарырға ярҙам ит.
7. Әгәр ут ишеккә юлыңды өҙһә, балконға сығырға, тәҙрәне асырға һәм ярҙам һорап ҡысҡырырға.
8. Әгәр ҙә килеп сыҡмаһа, янған әйберҙәр аҫтына йәшеренмәйенсә, стеналарға яҡыныраҡ торорға.
9. Мөмкинлек булһа, ваннаны һыу менән тултырырға, һулыш алыу өсөн торба табырға һәм уның менән һыуға ятырға.
10. Кейем янғанда йүгермәҫкә, ә тиҙ генә сисеп, һүндерергә. Әгәр килеп сыҡмаһа һәм ут бик ныҡ таралһа, туҡымаға (юрған, япма) уранырға, иҙәнгә ятырға һәм ялҡынды һүндереү өсөн әйләнергә кәрәк.