Алдағы тәүлектә Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм буран сығыуы фаразлана. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, 13 декабрҙә республикала төндә көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал.
Ҡар яуғанда һәм буран ваҡытында автомобиль юлдарында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.