Һуңғы ваҡытта ҙур өйөрҙәргә тупланған, ҡырағайланып агрессив холоҡло булып киткән һәм кеше һаулығына һәм ғүмеренә, бигерәк тә балаларға реаль хәүеф тыуҙырған бәйләнмәгән урамдарҙағы эттәрҙең артыуына зарланыуҙар йышайған.
Шул уҡ ваҡытта бөтә эттәрҙең дә хужалары барлығын һәм улар тораҡ биләмәһендә эттәрҙе тотоу ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәмәүен билдәләргә кәрәк.
Шуға күрә, күңелһеҙ осраҡтарҙан ҡотолоу өсөн, һеҙҙән йорт хайуандарын ныҡлы бауҙа бәйләп тотоуығыҙҙы, урамда бары тик арҡанда бәйләп кенә йөрөүегеҙҙе һорайбыҙ.
Һәр эт хужаһы эттәрҙе тотоу ҡағиҙәләрен боҙоу, кешеләрҙең һаулығына зыян килтереү, хайуан хужаһының административ язаһына һәм зыян күреүсегә килтерелгән матди зыянды ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ҡаплауға килтерә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, эт һөжүменә дусар булған кеше урынында һеҙ йәки хатта балағыҙ ҙа булыуы ихтимал!