Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
31 Август , 12:29

Полицейский пенсионерҙы мутлашыусыларҙан ҡотҡарған

  

Полицейский пенсионерҙы мутлашыусыларҙан ҡотҡарған
Полицейский пенсионерҙы мутлашыусыларҙан ҡотҡарған

Стәрлетамаҡта Дәүләт автоинспекцияһының бүлек етәксеһе Рөстәм Йәнгиров пенсионерҙы мутлашыусыларҙан ҡотҡарған.

Полицейский үҙенең отпускыһы ваҡытында банкомат янында тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан ханымға иғтибар иткән. Ул телефондан һөйләшә-һөйләшә кемгәлер аҡса күсерергә маташҡан. Рөстәм Йәнгиров шунда уҡ уның аферистар «тоҙағына» эләгеүен аңлаған, шуға ла эргәһенән тыныс ҡына үтеп китә алмаған. Ул ханымды дежур бүлеккә алып килгән һәм ғариза яҙҙырған. Асыҡланыуынса, яҡташыбыҙға Үҙәк банктан «тикшереүсе» һәм хеҙмәткәр» шылтыратҡан икән. Улар миллион һум аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә өгөтләгән.

Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: