Ҡатнашыусылар йәлеп иткән өсөн килем алыу, инвестиция платформаһы булған сайттар, яңы криптовалютаға йәки ICO-ға аҡса һалыу. Мутлашыусылар тап ошондай ысулдар ярҙамында – баҙар ставкаһынан күпкә юғарыраҡ килем алыуҙы вәғәҙәләп, аҡсағыҙҙы отошло инвестицияға һалырға тәҡдим итә. Ысынында, улар – пирамида схемалары, ғәмәлдә булмаған компаниялар йәки ялған проекттар. Уларҙың маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк аҡса йыйып юҡҡа сығыу.
Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ каналының “Сәләм” тапшырыуына сыҡҡан тура элемтә барышында республика буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығы хеҙмәткәре Ғәлимә Сәмәрбаева һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Максим Родионов инвестицияла мутлашыусыларҙы нисек танырға һәм уларҙың хәйләләренән нисек һаҡланырға кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Туплаған аҡсағыҙҙы юғалтмаҫ өсөн билдәһеҙ һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ, социаль һорау алыуҙарҙа шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе күрһәтмәгеҙ, интернеттағы инвестицияларға аҡса һалыуҙан тыйылығыҙ һәм банк картаһы мәғлүмәттәрен йәки смс-хәбәр менән килгән кодтарҙы башҡаларға бирмәгеҙ.
Әгәр аҡса һалып өлгөргәнһегеҙ һәм, мутлашыу тоҙағына эләктем, тип шикләнәһегеҙ икән, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны: +7 (347) 279-32-92.
Фото: видеонан скрин.