Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
20 Июль , 22:49

Батып барыусы ярҙамға саҡырып ҡысҡыра алмай

   

Батып барыусы ярҙамға саҡырып ҡысҡыра алмай
Батып барыусы ярҙамға саҡырып ҡысҡыра алмай

Вуз-ара кампус эксперты батып барыусы кеше тураһында һөйләне.

Кеше бер-ике метр алыҫлыҡта батып барған хәлдә лә, һеҙ быны аңғырмауығыҙ бар. Был турала Вуз-ара студенттар кампусы резиденты  – Өфө фән һәм технологиялар университетының Химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡланыу институты директоры Алексей Елизарьев һөйләне. Ул күп йылдар инде Бөтә Рәсәй ҡотҡарыусыларҙың студенттар корпусының төбәк бүлексәһен етәкләй.

- Ысын тормошта кеше кинолағы кеүек батмай. Батып барыусы ҡысҡырмай, ҡулын болғамай, сәбәләнмәй, һыу сәсрәтмәй. Батып барыусы башы менән һыу аҫтына төшөп китә, яңынан ҡалҡып сыға, тын алырға маташҡанда кәүҙәһен вертикаль ҡуя, ҡулдарын киң йәйә. Бындай осраҡта ярҙамға саҡырыу физик яҡтан мөмкин түгел. Шуның өсөн ситтән күҙәтеүсе нимә булғанын аңламай ҙа. Тик әҙерлекле ҡотҡарыусы ғына хәлдең киҫкенлеген танып, ярҙам күрһәтә ала. Беҙҙең студенттарҙы - ғәҙәттән тыш хәлдәр ҡотҡарыусыларын шуға өйрәтәләр ҙә инде, - тип һөйләне эксперт.

Һыу буйында күберәк ике ҙур проблема – балалар һәм иҫеректәр. Йәй башынан алып Башҡортостанда 50 кеше батҡан, күбеһе ошо ике категориянан. Һыуға эскән килеш төшөү ҡәтғи тыйыла, сөнки ҡапыл тән тартышып, аяныслы һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал. Ә балаларҙы күҙ уңынан бер секундҡа ла ысҡындырмаҫҡа кәрәк.

Махсус йыһазландырылған урындарҙа, рөхсәт ителгән пляждарҙа ғына һыу инегеҙ. Унда яр буйы, һыу төбө таҙартыла, ҡотҡарыусылар һәр саҡ ярҙамға килә ала. Өфөлә бындай 10 пляж бар, тип аңлатты эксперт. Шулай уҡ ул таныш булмаған һыу ятҡылыҡтарында суммаҫҡа,тәғәйен урындан алыҫҡа йөҙмәҫкә, һыу транспорттарына яҡын бармаҫҡа, һыуға батырып уйнамаҫҡа, эңерҙә, ҡараңғы мәлдә яңғыҙ-ярты һыу инергә йөрөмәҫкә  кәңәш бирҙе.

Йәй миҙгеле күңелле үтһен өсөн ошо ҡатмарлы булмаған ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү талап ителә.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24476/

Батып барыусы ярҙамға саҡырып ҡысҡыра алмай
Батып барыусы ярҙамға саҡырып ҡысҡыра алмай
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: