"Кисәге ҡойма ямғыр һәм көслө ел Ҙур Арыҫланғол ауылына зыян килтерҙе. 20-гә яҡын ағас ҡолаған, ауыл эсендәге бәләкәй күпер, ауыл клубы ҡыйығы зыян күргән, электр һәм бәйләнеш селтәре өҙөлгән. Бәхеткә күрә, халыҡ һәм шәхси йорттар зыян күрмәгән.
Тәүге мөрәжәғәттәр менән электриктар ремонт эшенә тотондо. Ауыл старостаһы Вәлит Аралбаев юлға ҡолаған ағастарҙы тракторына тейәне. Тәбиғәт ғәрәсәтен бөтөрөү маҡсатында ауылға Юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы (ДРСУ) һәм “Аквасервис” предприятиеһынан К-708 һәм МАЗ автомашиналары ебәрелде.
Синоптиктар күҙаллауынса, алдағы көндәрҙә лә һауа торошоноң насар булыуы көтөлә. Барығыҙҙың да иғтибарлы һәм һаҡ булыуығыҙҙы һорайбыҙ",--тип яҙҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов кисәге тәбиғәт килтергән зыян тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.