Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
24 Июнь , 22:01

Мутсыларға 300 мең һум кредит алып бирә яҙған...

Ярай әле Өфө ҡалаһындағы банк хеҙмәткәре уяу булған. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Мутсыларға 300 мең һум кредит алып бирә яҙған...
Мутсыларға 300 мең һум кредит алып бирә яҙған...

Өфө ҡалаһында  Первомайский    урамындағы офис банкыһына бер ир-егет кредит алырға килә. Банк хеҙмәткәре Сулпан Камаева уның менән әңгәмә барышында  граждандың мошенниктар “ҡармағына” ҡабыуын һиҙеп, полицияға шылтырата.

Тикшереү—оператив төркөмө тиҙ арала килеп етә. Асыҡланыуынса, Өфө ҡалаһында йәшәгән ирҙе ысынлап та мутсылар алдарға маташа. Билдәһеҙ кешеләр үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре итеп танытып, ирҙең исеменә кредит алырға маташыуҙары һәм аферистарҙы туҡтатыу өсөн 300 мең һум заем алырға кәрәк тип ышандыралар.

Күптән түгел Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 2-се полиция бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Наил Рәхимбирҙин Сулпан Камаеваға рәхмәт хаты тапшырҙы.

Бөгөн кредит түләүҙең ниндәй ауыр йөк булыуын һәр кем тигәндәй белә. Үҙең өсөн түләү бер хәл, ә мутсылар алған кредит өсөн түләү һәр ғаилә өсөн ысынында фажиғә. Һаҡ булығыҙ, таныш булмаған номерҙан шылтыратыуҙарҙы ҡабул итмәгеҙ.

Источник: bashinform.ru

Фото: Прecc-cлужба управления МВД России по Уфе

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: