“Иғтибар-балалар” акцияһы сиктәрендә, ЮХХДИ инспекторы Һамар ауылының “Аленушка” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү тураһында һөйләнеләр, яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтың ни өсөн кәрәклеге, хәүефһеҙлек ҡайышы һәм креслоһы тураһында мәғлүмәт еткерелде.