Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Май , 22:54

Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы

Бүребай ауылы мәктәбендә муниципаль ата-әсәләр йыйылышы үтте

Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы
Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы

"Балаларҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең ҡулда", - ошо исем аҫтында Бүребай ауылы мәктәбендә муниципаль ата-әсәләр йыйылышы үтте. Уның эшендә мәктәп, район мәғариф идаралығы, социаль хеҙмәттәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, опека һәм попечителлек бүлеге, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе, "Нур" үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы вәкилдәре, шулай уҡ ата-әсәләр һәм законлы вәкилдәр - ата-әсәләр советы рәйестәре ҡатнашты.

Өлкәндәрҙең балаларға ҡарата төп яуаплылығы - хәүефһеҙ мөхит булдырыу. Ағымдағы уҡыу йылында балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эш тураһында доклад менән Мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡолов сығыш яһаны. Артабан үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе иҫкәртеү, йәйге осорҙа юлдарҙа хәүефһеҙлек, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде.

Социаль хеҙмәттәр вәкилдәре хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәттәр өсөн бәлиғ булмағандарҙың яуаплылығы, балаларҙың ғәмәлдәре өсөн ата-әсәләрҙең яуаплылығы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Белем биреү ойошмаларында төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә уҡыусыларҙың хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Эш тәжрибәһе менән Подольск һәм Оло Әбеш ауылдары мәктәптәренең ата-әсәләр советы рәйестәре уртаҡлашты. Ата-әсәләр социаль хеҙмәттәре вәкилдәренә ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә алды. Төп бурыс - балаларҙың иҫән-һау булыуы өсөн барыһын да эшләү.  

Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы
Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы
Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы
Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы
Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы
Балалар хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: