Башгидрометүҙәктең метеофараз бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова 25 апрелдә Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында уҙған брифингта республикала янғын хәүефенә бәйле хәл фаразы менән таныштырҙы.
Уның әйтеүенсә, майҙан сентябргә тиклем температура һәм яуым-төшөм йәһәтенән ниндәйҙер аномалиялар көтөлмәй.
«Июлдә генә температураның норманан юғарыраҡ, ә яуым-төшөмдөң ғәҙәттәгегә ҡарағанда аҙыраҡ булыуы көтөлә. Июль һәм август айҙарында ут сығыу хәүефе юғары, был иң тәүҙә яуым-төшөм булмауға бәйле. Августа республиканың көньяҡ һәм көнбайыш райондары тәбиғәт янғындарына дусар булыуы мөмкин. Айырыуса хәүефле райондар: Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күгәрсен, Белорет, Әбйәлил һәм Хәйбулла», — тине Гөлназ Заһитова.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.