Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
24 Апрель , 21:05

Брифингтан ситтә ҡалмағыҙ

Беҙ бындай ҡурҡыныстарға әҙерме? Фажиғәнән нисек ҡотолорға? 

Брифингтан ситтә ҡалмағыҙ
Брифингтан ситтә ҡалмағыҙ

Апрель. Ниһайәт, ҙур һыу китте. Шуның менән бергә тәбиғәт янғындары сығыу хәүефе арта. Фажиғәнән нисек ҡотолорға? Янғындың шаһиты булһаң, нимә эшләргә? Махсус техника әҙерме һәм кешеләр етәме?

Брифинг барышында профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк. Тапшырыуҙы Башҡортостан юлдаш телеканалында, шулай уҡ телеканалдың, Республикаға идара итеү үҙәгенең һәм республика Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ.

25 апрелдә 19.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында башлана.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: