Башҡортостанда йәнә хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3 апрелдә төндә һәм иртән урыны менән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.
Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 1-6 метр, көндөҙ урыны менән секундына 14 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +9, +14°.
Фото:Ксения Калинина