Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
2 Апрель , 21:03

Республикала йылғаларҙың ташыуы осоронда максималь күтәрелеү ваҡытына фараз бирелде

    

Республикала йылғаларҙың ташыуы осоронда максималь күтәрелеү ваҡытына фараз бирелде
Республикала йылғаларҙың ташыуы осоронда максималь күтәрелеү ваҡытына фараз бирелде

Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙған брифинг барышында республика йылғаларының  максималь күтәрелеү ваҡытына фараз бирелде.

«Апрелдең тәүге декадаһында бәләкәй дала йылғаларында максималь кимәлдәр үтеүен көтәбеҙ, - тип белдерҙе Башгидромет начальнигы вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева. - Икенсе декадала был күренеш урта йылғаларҙа күҙәтеләсәк, ә Башҡортостандың Ағиҙел һәм Өфө кеүек төп йылғалары апрелдең егерменсе көндәрендә һыуҙың максималь күтәрелеүе көтөлә».

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында ғына күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 20-40 сантиметрға юғарыраҡ һыуҙы күҙәтергә мөмкин, башҡа йылғаларҙа был кимәл күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә яҡын буласаҡ.

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: