Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
1 Апрель , 20:38

Хоҡуҡ һаҡлаусылар баҙарҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә мигранттарҙы тикшерҙе

    

Хоҡуҡ һаҡлаусылар баҙарҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә мигранттарҙы тикшерҙе
Хоҡуҡ һаҡлаусылар баҙарҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә мигранттарҙы тикшерҙе

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Росгвардия менән берлектә сит ил граждандары күп булған урындарҙы тикшерҙе. Рейдтар барышында Рәсәйгә миграция ҡануниәтен боҙоп килгән мигранттар эшләгән баҙарҙарҙа һәм сауҙа комплекстарында тикшереү үткәрелде.

«Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Рәсәй биләмәһендә ғәмәлдәге миграция ҡануниәте талаптарын боҙған 4 сит ил гражданын асыҡланы. Ошо факт буйынса уларға ҡарата административ протоколдар төҙөлдө. Материалдар судҡа ебәрелде, унда хоҡуҡ боҙоусыларҙы илдән сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алып та хәрби иҫәпкә баҫмаған 30-ҙан ашыу граждан асыҡланған. Артабан ҡарар ҡабул итеү өсөн был граждандарҙы Өфө ҡалаһының хәрби комиссариаттарына алып киткәндәр.

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: