Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
27 Март , 14:39

Яҙ үҙ көсөн һәм ғәйрәтен күрһәтә

Бөгөн төнгө яуым-төшөмгә бәйле, райондың ҡайһы бер ауылдарында урамдарҙы, ихаталарҙы һыу баҫты

Яҙ үҙ көсөн һәм ғәйрәтен күрһәтә
Яҙ үҙ көсөн һәм ғәйрәтен күрһәтә

Бөгөн төнгө яуым-төшөмгә бәйле, райондың ҡайһы бер ауылдарында урамдарҙы, ихаталарҙы һыу баҫты

Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә яҙҙы.

“Яуым-төшөмдөң күп булыуы райондың  ҡайһы бер ауылдарында юлдарҙы, йорт яны ихаталарын һәм подвалдарҙы һыу баҫыуға килтерҙе. Халыҡтан мөрәжәғәттәр күп, ярҙам итәбеҙ.  Әлеге ваҡытта урындарҙа ташҡын эҙемтәләре бөтөрөлә. Район халҡын  бөтә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, дөйөм көс менән бергәләп ҡулдан килгән тиклем ташҡынға ҡаршы торорға саҡырабыҙ”,--тине ул.

Рустам Шарипов

https://vk.com/id516529973

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: