Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
27 Март , 15:49

Ташҡын буйынса хәл-торош контролдә тотола

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығына Хәйбулла районынан да хәбәр алынған

Ташҡын буйынса хәл-торош контролдә тотола
Ташҡын буйынса хәл-торош контролдә тотола

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы хәбәр итә:

Башҡортостанда  территорияларҙы ағым һыу баҫыуына бәйле хәл-торош контролдә һәм юғары әҙерлек режимында тотола. Бөгөн 15.00 сәғәткә тиклем 9 муниципаль берәмектең 9 ауылынан  ҡарҙың тиҙ иреүе һәм ямғыр яуыу һөҙөмтәһендә һыу баҫыу осраҡтары тураһында хәбәр алынған. Ишембай,  Туймазы, Стәрлебаш, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, шулай уҡ  Сибай, Туймазы, Дәүләкән һәм Өфө ҡалаһынан граждандарҙан шылтыратыуҙар булған.  

Ташҡынға ҡаршы барлыҡ саралар күрелә, хәл-торош күҙәтеү аҫтында.

 

Главное управление МЧС по РБ

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: