Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
26 Март , 14:56

"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде

Районда ташҡын осоронда йәлеп ителеүсе хеҙмәттәрҙең әҙерлеге тикшерелде һәм команда-штаб күнекмәләре үтте

"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде

Көндәр йылытыу менән миҙгел күренеше – яҙғы ташҡын осоро башлана. «Ҙур һыу»ҙың хәүеф сығанағына әйләнеүе, һаҡланыу саралары күрмәгәндә күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы бар. Шуға ла яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәрен алданыраҡ башлау шарт. Ошоға бәйле район хакимиәтендә ташҡын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов кәңәшмәне асып: «Яҙғы ташҡындың көслө булыу-булмауын алдан аныҡ билдәләп булмай. Шуға ла уны тулы әҙерлектә ҡаршы алыу фарыз. Гидротехник ҡоролмалар, һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа әҙерлек эштәрен тикшерергә, ташҡынға юл ҡуймау өсөн төрлө саралар күрергә кәрәк», – тине.

Артабан  ташҡын осоронда йәлеп ителеүсе хеҙмәттәрҙең әҙерлеге тикшерелде. Ойошмалар, учреждениелар һәм йәшәйеште тәьмин итеү предприятиелары үҙҙәренең әҙерлеген күрһәтте. Етәкселәр үҙҙәренең бурыстары, кәрәкле махсус техника һәм ҡорамалдар булыуы тураһында хәбәр итте.  Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн техника, көстәр һәм саралар етерлек, тип билдәләне улар.   Смотр барышында ойошмаларҙың һәм авария-ҡотҡарыу бригадаларының етди эш алып барыуы, һыу баҫыу хәүефен булдырмау өсөн махсус хеҙмәттәрҙең үҙ бурысын үтәргә әҙерлеге билдәләнде. Һуңынан команда-штаб күнекмәләре Аҡъяр һыуһаҡлағысында үтте. 

 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 14-се һанында

"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
"Ҙур һыуға" әҙерлек тикшерелде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: