Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
26 Март , 15:34

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғырҙар хаҡында иҫкәртә: ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә

      

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғырҙар хаҡында иҫкәртә:  ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғырҙар хаҡында иҫкәртә: ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 мартта елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем етеүе, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә.

«Шуға ҡарҙың ныҡлап иреүе, бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе ихтимал. Тораҡ пункттарҙа түбәндәрәк урынлашҡан участкаларҙы һыу баҫыуы мөмкин», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Фото:Ксения Калинина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: