Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
18 Март , 21:11

“Ҙур һыу” һаҡлыҡ талап итә

Ташҡын осоронда Һаҡмар йылғаһындағы һыу кимәле 1 метрға юғары булыуы көтөлә

“Ҙур һыу” һаҡлыҡ талап итә
“Ҙур һыу” һаҡлыҡ талап итә

Быйыл Башҡортостан ҙур һыуға әҙерме? Белгестәр әйтеүенсә, ташҡын алдағы йылдарға ҡарағанда нығыраҡ булыуы ихтимал. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә лә ҙур һөйләшеү булды.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева белдереүенсә, Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар запастары уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6-27 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларында һыуҙың максималь күләме уртаса күрһәткестәрҙән 40-70 сантиметрға юғарыраҡ булыуы ихтимал. Өфөлә Ағиҙел йылғаһындағы һыу кимәле 670-770 сантиметр самаһы булыр тип көтөлә. Миҫал өсөн, былтыр был күрһәткес 302 сантиметр булған.

Белгестәр фекере буйынса, быйыл Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфөлә түбән урындарҙа һыу баҫыуы ихтимал.

Павловка һәм Нижнекамск һыуһаҡлағыстарында һыу кимәле күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән ашмаҫ тип көтөлә. Көньяҡ Уралда йылғалар 9-14 апрелдә асылыр тип фаразлай белгестәр, был норманан 3-5 көнгә һуңыраҡ. Һаҡмар йылғаһындағы һыу кимәле – бер метрға, Оло Эйектә ярты метрға юғары буласаҡ.

Быйылғы ташҡын кимәле буйынса анығыраҡ күҙаллауҙар 25 мартта буласаҡ. Ай аҙағына тиклем хәүеф янаған райондарға иҫкәртеү ебәреләсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов 2024 йылдың 1 мартынан алып яҙғы ташҡын осоронда үҙ-ара эш итеүҙе координациялау өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты базаһында республика оператив штабы эшләүен хәбәр итте. Муниципаль берәмектәрҙә лә ошондай оператив штабтар булдырылды.

– Йылғаларҙың боҙ ҡатламын ябыу буйынса иҫкәртеү сараларын һыҙыу һәм бысыу алымы менән тулы күләмдә башҡарҙыҡ, – тине Ирек Сәғитов. – 29 муниципаль берәмектә 62 һыу баҫыу хәүефе булған участка контролдә тотола.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов республикала 491 гидротехник ҡоролма булыуын, шуларҙың 27-һе дәүләт милкендә булыуын билдәләне. Улар барыһы ла ташҡынды үткәреүгә әҙер.

– 19 марттан 29-ына тиклем гидротехник ҡоролмала ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта һыу баҫыу зонаһына эләккән муниципаль район вәкилдәре ҡатнашлығында аварияға ҡаршы күнекмәләр үтәсәк, – тип һөйләне Нияз Фазылов.

Яуаплы ведомстволар етәкселәре ташҡынға әҙерлек, уны булдырмау һәм эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ниндәй эштәр башҡарылғанын һөйләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хәүефле миҙгелгә ныҡлы әҙерләнергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: