Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
3 Март , 10:22

Һыу аҫтынан балыҡсының үле кәүҙәһен сығарғандар

  

Һыу аҫтынан балыҡсының үле кәүҙәһен сығарғандар
Һыу аҫтынан балыҡсының үле кәүҙәһен сығарғандар

Башҡортостанда һыу аҫтында балыҡ тотҡанда Татарстандан килгән балыҡсы һәләк булған. Нуриман районында Ҡариҙел йылғаһындағы ваҡиға тураһында хәбәр ҡотҡарыусыларға төнгө сәғәт берҙә килгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Красный Ключ ауылы янында балыҡсы асыҡ һыуҙа һыу аҫты һунарсылығы менән шөғөлләнгән. Ошонда уҡ эргәлә балыҡ тотҡан шаһиттар ирҙе сығара, әммә ул инде йәшәү билдәләрен күрһәтмәй. Ваҡиға урынына килгән медиктар 1985 йылда тыуған ирҙең үлемен билдәләй.

Әлеге ваҡытта урында бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: