Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
8 Февраль , 20:37

Һауа торошо ҡыуандырмай әлегә

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡар-бурандарға бәйле, районда юлдар торошо тураһында мәғлүмәт еткерҙе

Һауа торошо ҡыуандырмай әлегә
Һауа торошо ҡыуандырмай әлегә

Һауа торошо ҡыуандырмай әлегә

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡар-бурандарға бәйле, юлдар торошо тураһында мәғлүмәт еткерҙе

 “Хөрмәтле хәйбуллалар! Бөгөнгө кискә ҡарата, үкенескә ҡаршы, юлдарҙа хәл-торош үҙгәрешһеҙ ҡала. Әле лә 24 ауылға юл ябыҡ. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бихисап берәмек техника йәлеп ителде, был эшкә тау предприятиелары һәм фермерҙар ҙа ҡушылды. Был  юлдарҙы ҡарҙан йәһәтерәк таҙартыу буйынса эште яҡшыртты. Әммә даими ҡар яуыуы һәм көслө ел мәшәҡәт тыуҙыра,  таҙартылған юлды ҡабаттан ҡар менән тултыра.

Һауа торошо иртәгә һәм алдағы көндәрҙә  елдең бер аҙ талғын булыуын күрһәтә. Шуға күрә  ауылдар менән коммуникацияны тергеҙеү планлаштырыла. Әммә  автомобилистарға юлға сыҡмай тороу кәңәш ителә”,-тип яҙҙы Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

 

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: