Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
25 Ғинуар , 19:57

Берәҙәк хайуандар - заман бәләһе

Район хакимиәтендә уҙған кәңәшмә Хәйбулла районында хужаһыҙ хайуандарҙың һанын көйләүгә, йорт хайуандары һәм ҡоштарының сирҙәрен профилактикалауға арналды

Берәҙәк хайуандар - заман бәләһе
Берәҙәк хайуандар - заман бәләһе

«Беҙ ҡулға эйәләштергәндәр өсөн үҙебеҙ яуаплы» – билдәле француз яҙыусыһы Антуан де Сент-Экзюпериҙың был фәһемле һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Һуңғы йылдарҙа хужаһыҙ эттәр етди социаль проблемаларҙың береһенә әүерелде. Күптәребеҙҙең вайымһыҙлығы арҡаһында бөгөн йорт хайуандары урамда ҡала һәм йәмғиәткә хәүеф менән янай. Ауыл биләмәләренең йыл да үтеп торған йыйылыштарында ла был һорау бик йыш күтәрелә.

Был мәсьәлә, һис шикһеҙ, бөтә кимәлдәге етәкселектең, йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгенән ысҡынмай. Ошо арала район хакимиәтендә уҙған кәңәшмә Хәйбулла районында хужаһыҙ хайуандарҙың һанын көйләүгә, йорт хайуандары һәм ҡоштарының сирҙәрен профилактикалауға арналды. Уның эшендә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев, Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитетының Урал аръяғы территориаль бүлеге етәксеһе Руфат Абдрахманов, Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәсүл Рәхмәтуллин, Хәйбулла районы ветеринария станцияһы етәксеһе Ишмырҙа Баймырҙин, муницпаль район советы секретары Салауат Байғабулов, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.

Руфат Ишбулды улы район биләмәһендә берәҙәк хайуандарҙың һаны артыуына анализ яһаны һәм был мәсьәләне көйләү буйынса саралар тәҡдим итте. Бөтә эттәрҙең һанын иҫәпкә алыу, чиптар һәм биркалар ҡуйыу мөһимлеген, уларҙың контролһеҙ артыуына ҡаршы көрәшеү өсөн стерилләү һәм бестереүҙең оптималь ысулдар булыуын билдәләне. Стерилләү һаман да халыҡ тарафынан хупланмай, сөнки был ысулдың файҙаһы тураһында мәғлүмәт аҙлығы ҡайһы берәүҙәрҙә кире ҡараш уята. Шулай итеп, уларҙың даими үрсеүенә юл асыла, аҙаҡ ҡайҙа ҡуйырға белмәй көсөктәр урамға быраҡтырыла.

Ишмырҙа Баймырҙа улы үҙенең сығышында Хәйбулла районында йорт хайуандары һәм ҡоштарҙың сирҙәре таралыуына юл ҡуймау һәм профилактикалау саралары менән таныштырҙы.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса, түбәндәге ҡарарҙар ҡабул ителде:
районда бөтә эттәрҙе иҫәпкә алып, уларға мотлаҡ рәүештә чиптар һәм биркалауҙы ҡуйыу буйынса эште көсәйтеү;
эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдар, йорт ҡоштары араһында йоғошло ауырыуҙарҙың тарлауына юл ҡуймау һәм профилактикалау буйынса эште көсәйтеү;
ауыл биләмәләрендә йорт хайуандарын иҫәпкә алыу өсөн ихаталар буйлап йөрөүҙе һәм өмәләрҙе ойоштороу;
киң мәғлүмәт саралары, телевидение һәм социаль селтәрҙәр аша йорт хайуандарын аҫрауға яуаплы мөнәсәбәт тураһында мәғлүмәтте еткереү буйынса эште көсәйтеү;
ауыл биләмәләренә сығып йорт хайуандарын күсмә стерилләүҙе ойоштороу;
Административ комиссияға эттәрҙе аҫрау ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлау буйынса эште көсәйтеү.

Ысынлап та, берәҙәк хайуандар проблемаһы һуңғы йылдарҙа йәмғиәтте борсоған иң киҫкен проблемаларҙың береһенә әүерелде. Ул йыл әйләнәһендә килеп сығып тора. Эт-бесәйҙәрҙең урамда ҡалыуына, әлбиттә, иң беренсе кеше сәбәпсе. Хайуанды эйәләштергәс, бер аҙҙан һуң бәғзе берәүҙәр, уны аҫрауҙан, тәрбиәләүҙән туя, яуаплылыҡ алғыһы килмәй – һөҙөмтәлә эт урамда ҡала. Шуға күрә халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн эттәрҙе бәйле көйө йәки вольерға бикләп тотоу мөһим. Әгәр уларҙың нәҫелен дауам иттереү теләге булмаһа, стерилләү зарур. Район ветеринарҙары бындай хеҙмәтте күрһәтә. Эттәрҙе тотоу ҡағиҙәләрен етди үтәргә кәрәк. Шуның менән үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, тирә-яҡтағыларҙың һәм бар халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкин. Йорт хайуаны эйәләштергәнбеҙ икән, уны тейешенсә ҡарау ҙа мотлаҡ!

Берәҙәк хайуандар - заман бәләһе
Берәҙәк хайуандар - заман бәләһе
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: