ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
19 Ғинуар 2024, 06:51

Эйәләштергәнһең икән, тимәк, яуаплы

Проблема хайуандарҙа түгел, ә беҙҙә – кешеләрҙә. Был күренеште ҡасандыр яратҡан йорт хайуандарыбыҙҙы урамға ташлауҙан туҡтағас ҡына мәңгелеккә бөтөрөргә мөмкин

Эйәләштергәнһең икән, тимәк, яуаплыЭйәләштергәнһең икән, тимәк, яуаплы
Эйәләштергәнһең икән, тимәк, яуаплы

«Беҙ ҡулға эйәләштергәндәр өсөн үҙебеҙ яуаплы» – билдәле француз яҙыусыһы Антуан де Сент-Экзюпериҙың был фәһемле һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Һуңғы йылдарҙа хужаһыҙ эттәр етди социаль проблемаларҙың береһенә әүерелде.  Күптәребеҙҙең вайымһыҙлығы арҡаһында бөгөн йорт хайуандары урамда ҡала һәм йәмғиәткә хәүеф менән янай.  Ауыл биләмәләренең йыл да үтеп торған йыйылыштарында ла был һорау бик йыш күтәрелә. Ҡайҙан барлыҡҡа килә хужаһыҙ эттәр? Кем уның өсөн яуап бирә? Һәм нисек был проблеманы хәл итергә? Район хакимиәте мәғлүмәт-консультация үҙәгенең зоотехния буйынса белгесе Владик Вәлиев менән әңгәмәбеҙ ҙә шул хаҡта.

–2020 йылдың 1 ғинуарынан закондың ғәмәлдәге положениелары бесәйҙәрҙе, эттәрҙе һәм башҡа берәҙәк хайуандарҙы юҡ итеүҙе тыя. Уларҙы Енәйәт кодексы ҡурсалай, унда хайуандарға ҡарата рәхимһеҙ мөғәмәлә өсөн яза ҡаралған. Аҙна һайын район хакимиәтенә граждандарҙан мөрәжәғәттәр килә, уларҙа ауыл биләмәләре урамдарында йөрөгән эттәрҙән янау проблемаһы күтәрелә. Өйөр араһында муйын бауы һәм махсус тамғалары асыҡ күренгән эттәр бар. Тимәк, уларҙың хужаһы бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 27 декабрендәге 498-ФЗ һанлы «Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү Һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль законына ярашлы, йорт хайуандарын яҡшы кәртәләнгән территорияла йәки бәйләп кенә йөрөтөргә мөмкин, юғиһә эттәр берәҙәк тип таныла. Берәҙәк эттәр йәмғиәт өсөн күп проблемалар барлыҡҡа килтерә, ҡайһы берҙә хатта кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф тыуҙыра.

Шуға бәйле, шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, йыш ҡына берәҙәк эттәрҙе тотҡанда йорт хайуандары ла осрай, уларҙың вайымһыҙ хужалары үҙ эттәрен урамға сығара. Йорт хайуандарын аҫрау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ 3 төрҙән тора (Гражданлыҡ, Административ, Енәйәтселек). Ҡағиҙәләрҙе белеү һәм үтәү дүрт аяҡлы дуҫтарҙың хужаларына яуаплылыҡтан һәм кәрәкмәгән конфликттарҙан ҡасырға, ә был ҡағиҙәләрҙе үтәмәү һөҙөмтәһендә хоҡуҡтары боҙолған кешеләргә мөмкин булған һаҡланыу механизмдарын дөрөҫ ҡулланырға форсат бирә.

Хайуан хужалары, башҡа кешеләргә проблемалар тыуҙырмаҫ өсөн, үҙ өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ алыуҙарын аңларға тейеш. Әгәр ҙә кемдер эттән ҡотолорға ҡарар итһә, уны урамға ташлау урынына, тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итергә йәки хайуанды стерилләштерергә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, тыуған көсөктәр һәм бесәй балалары ла аяуһыҙ урамға ташлана.Шулай уҡ ҡайһы бер шәфҡәтле кешеләрҙең берәҙәк хайуандарҙы ашатыуын телгә алырға кәрәк. Әгәр йәлләйһегеҙ икән, хайуанды үҙегеҙгә алып, уны тураһында хәстәрлек күрһәтегеҙ.

Район халҡы уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәргә теләй. Проблема хайуандарҙа түгел, ә беҙҙә – кешеләрҙә. Был күренеште ҡасандыр яратҡан йорт хайуандарыбыҙҙы урамға ташлауҙан туҡтағас ҡына мәңгелеккә бөтөрөргә мөмкин,  – тине Владик Радик улы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас