Мутсылар ҡармағына ҡабыусылар күп. Ошо маҡсатта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Рәсүл Нурдәүләтов балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.
Рәсүл Кинйәбай улы мутсылар йыш ҡулланған һәм киң таралған алымдар тураһында һөйләне. Ул мошенниктарҙың банк хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре, полиция исеменән телефон аша һөйләшеүҙәре, тағы ла бәләгә тарыған “балағыҙға” тиҙ генә матди ярҙам кәрәклеге кеүек билдәле схемалар тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Хәҙер инде енәйәтселәр халыҡтан аҡса һурыу өсөн алдаҡ номерҙар ҡулланыуҙары, әңгәмәләшкәндә психологик баҫым яһауҙары тураһында белдерҙе. Әңгәмә аҙағында Рәсүл Нурдәүләтов барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Социальный приют в Хайбуллинском районе