Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә, билдәһеҙ кешеләр уның ялған телеграм сәхифәһен булдырған. Мутлашыусылар чиновник исеменән район хакимиәте хеҙмәткәрен уның менән ниндәйҙер ФСБ хеҙмәткәре Николай Демидов бәйләнешкә инергә тейешлеге тураһында иҫкәртә. Руслан Ғиләжетдинов билдәләүенсә, ул бындай хәбәрҙәр ебәрмәгән.
«Бындай хәбәрҙәргә яуап бирмәүегеҙҙе һәм блоклауығыҙҙы үтенәм! Мин бер ниндәй ҙә хәбәр ебәрмәйем! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район етәксеһе. – Бер кемгә лә үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе – документтарығыҙҙы, карталарығыҙҙы һәм паролдәрегеҙҙе тапшырмағыҙ. Хәбәрҙәр, нигеҙҙә, шәхсән бәйләнешкә инеү һәм мәғлүмәтте аныҡлау ауыр булһын өсөн, кискеһен һуң килә. Бер ниндәй хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банктар шәхси мәғлүмәттәрҙе был ысул менән һорамай. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ».
Бынан алда мутлашыусылар Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванованың ялған телеграмма-каналын булдырыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Фото:Руслан Гилязетдинов/vk.com