ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
11 Ғинуар 2024, 14:58

Иғтибар: һауа торошо ҡатмарлаша!

“Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай” тиҙәр, шуға күрә һауа торошо ҡатмарлы ваҡытта мотлаҡ һаҡлыҡ һәм хәүефһеҙлек хаҡында онотмағыҙ!

Иғтибар: һауа торошо ҡатмарлаша!Иғтибар: һауа торошо ҡатмарлаша!
Иғтибар: һауа торошо ҡатмарлаша!

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов һауа шарттарының боҙолоуына бәйле республика халҡына ашығыс хәбәр менән мөрәжәғәт итте.

«Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы фаразлана. Урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм 500 метрҙан кәмерәк күреү мөмкинлегенең насарайыуы көтөлә. Ел урыны менән секундына 22 метрға тиклем көсәйәсәк. Бындай насар һауа шарттарында водителдәргә мөмкин тиклем тораҡ пункттарҙан ситтә йөрөүҙән тыйылырға кәңәш итәбеҙ», — тип яҙҙы ул үҙенең телеграм-каналында.

Владимир Севастьянов, хәрәкәт иткәндә водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, аварияға килтереүе ихтимал булған киҫкен маневрҙарҙы булдырмаҫҡа кәрәк, тип иҫкәртте.

Юлда ауыр хәлгә эләккән водителдәр тәүлек әйләнәһенә республиканың дәүләт автоинспекцияһына 8 (347) 235-84-02, 233-27-31 номерҙары буйынса шылтырата ала, тип иҫкә төшөрҙө ул.

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас