Башҡортостанда 2023 йылда автоаварияларҙа 390 кеше һәләк булған. Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова белдерҙе.
«ЮХХДИ-ның яҡынса йомғаҡтары буйынса, 2023 йылда республикала 3534 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 4265 кеше зыян күргән, 390 кеше һәләк булған, был 2022 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 20 кешегә аҙыраҡ», - тине ул.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика 400 кеше тәшкил иткән психологик яҡтан мөһим билдәне үтә алды.
«Был бурыс, был йөкләмә үтәлде. Хәйер, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, 390 да шулай уҡ күп. Һеҙҙең менән йыйыласаҡбыҙ, Башҡортостандың Транспорт министрлығы эште әүҙемерәк дауам итһен өсөн контроль һанды билдәләйәсәкмен. Әммә 390 кеше һәләк булған... Бер йыл эсендә бер ауыл юҡҡа сыҡҡан, етмәһә буш урында, ниндәйҙер ахмаҡлыҡ йәки аҡылһыҙлыҡ арҡаһында», - тине Радий Хәбиров.
фото:ЮХХДИ