7 ғинуарҙа Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә көслө ҡар яуыуы һәм буран сығыуы көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡатмарлы һауа торошо шарттары хаҡында иҫкәртә. Шулай уҡ ведомство мәғлүмәте буйынса ҡар һырынтылары көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем насарая.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ярҙам кәрәк булғанда ашығыс хеҙмәттәрҙең "112" номеры буйынса шылтыратырға кәрәк, тип иҫкә төшөрҙө.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.