Ҡышҡыһын водителдәргә һәм йәйәүлеләргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки юлда тайғаҡ. Йәрәхәт алмаҫ өсөн боҙлауыҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ.
Йәйәүлеләргә:
- мөмкинлек булһа, юл ситендәге ҡарҙан йөрөгөҙ;
- ауыш урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ;
- юл аша сығыр алдынан машиналарҙың туҡтағанына инанығыҙ;
- юл аша йүгереп сыҡмағыҙ һәм тейешһеҙ урындарҙа юл аша үтмәгеҙ;
- яҡтыртылған юл участкаларын һайлағыҙ;
- әкрен генә йөрөгөҙ, аяғығыҙҙы ҡатырмағыҙ.
Водителдәргә:
- кәрәк булмаһа, ҡаланан ситкә сыҡмағыҙ;
- машиналар араһында дистанция һаҡлағыҙ;
- һауа шарттарына ҡарап, тиҙлек режимын һайлағыҙ;
- юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең талаптарын үтәгеҙ.
Ҡғиҙәләрҙе яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан