

Декабрь айының һауа торошо был “сюрприз”ға бай. Әле туңдыра, әле ямғыр һибәләй...Һис уйламағанда йығылып йәрәхәтләнгән, аяҡ-ҡулын һындырған кешеләр Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Боҙлауыҡ өлкәндәр өсөн генә түгел, балалар һәм йәштәр өсөн дә хәүефле. Әле урамдарға ҡапыл тайып китеүҙән һаҡлаусы махсус реагенттар түшәлгән, шулай ҙа һаҡланыу артыҡ түгел.
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, табип-хирург Вилнур Һәүбәнов белдереүенсә, быйыл төрлө йәрәхәттәр һәм аяҡ-ҡул һындырыуҙар менән көнөнә генә өсәр кеше килгән. Декабрь айында ғына тайып йығылып 40-лап кеше мөрәжәғәт иткән.
--Айырыуса ныҡ имгәнеп, аяҡ-ҡулын һындырыусыларҙы Сибай ҡала дауаханаһына операцияға оҙатабыҙ. Яңы йыл байрамы алдынан бер кемдең дә дауаханаға эләккеһе, бәләгә тарығыһы килмәйҙер. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ. Бер һаҡһыҙ аҙымдың имгәнеүгә килтереүе, дауаланыуҙың хатта бер нисә айға һуҙылыуы ихтимал,--тине табип-хирург.